ЙӘМҒИӘТ
8 Май 2023, 14:40

Радий Хәбиров СВО-ға алғы һыҙыҡҡа барып ҡайтҡан!

-

Радий Хәбиров СВО-ға алғы һыҙыҡҡа барып ҡайтҡан!Радий Хәбиров СВО-ға алғы һыҙыҡҡа барып ҡайтҡан!
Радий Хәбиров СВО-ға алғы һыҙыҡҡа барып ҡайтҡан!

Ул егеттәребеҙҙең фронттағы көнкүреше менән танышҡан, ҡаһарманлыҡ күрһәткән егеттәрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләгән.

– Алғы һыҙыҡта йөрөгән егеттәр менән аралаштым. Улар һәр саҡ минең «Хәлдәр нисек?» тигән һорауыма «Барыһы ла яҡшы» тип яуап ҡайтара. Ошо рәүешле хәҙерге һалдаттарҙа ата-бабаларынан ҡалған күркәм һыҙаттар сағыла. Яуаплылыҡ, ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ. Һуңыраҡ яйлап асыла башлайҙар, ябай ирҙәрсә әңгәмә ҡорола: «Бында дүрт ай буйы окоп ҡаҙҙыҡ», «бында көн дә бомба төшә», «яҙғыһын окоптарға йыландар килә башланы», «ә кисә бер егетебеҙ һәләк булды...»

Күптәренең йәше 25 самаһы, уларҙың өлөшөнә ауыр һынауҙар төштө. Әйткәндәй, улар үҙҙәре Башҡортостандағы хәлдәрҙе һораша. Мин, республика үҫешә, һеҙ ҡайтыуға төбәк яҡшы үҫешкән иҡтисады, ҡалалары һәм ауылдары менән ҡаршы аласаҡ, тип яуапланым, – тип белдергән Радий Хәбиров.

 

Сығанаҡ: Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы

Автор:
Читайте нас