ЙӘМҒИӘТ
6 Мая 2023, 14:33

Рәсәйҙе һаҡлағыҙ, Еңеү менән ҡайтығыҙ!

Аҡъярҙан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Юламанов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға үҙ теләген еткерҙе

Рәсәйҙе һаҡлағыҙ, Еңеү менән ҡайтығыҙ!Рәсәйҙе һаҡлағыҙ, Еңеү менән ҡайтығыҙ!
Рәсәйҙе һаҡлағыҙ, Еңеү менән ҡайтығыҙ!

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 99 йәшлек Фәтхулла Юламанов бөгөн илдә барған ваҡиғаларға битараф түгел. Үҙе утты-һыуҙы кискән элекке фронтовик мобилизацияланған һәм контракт төҙөгән хәрбиҙәргә мөрәжәғәтен еткерҙе.


--Хөрмәтле яугир-хәйбуллалар, һеҙгә илһөйәрлегегеҙ, ҡаһарманлығығыҙ, ата-бабалар аша тапшырылып, ир-егеттәр иңенә төшкән хәрби йолаға тоғро ҡалғанығыҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Һеҙ ҙә беҙҙең быуын кеүек дошманға ҡаршы көрәшәһегеҙ. Һеҙгә ышанабыҙ, егеттәр! Еңеү менән көтәбеҙ!”,--тине.


Фәтхулла Әғлиулла улы үҙе лә 18 йәшендә генә ҡулына ҡорал ала. Сталинград өсөн барған иң ҡанҡойғос, дәһшәтле яуҙа ҡатнаша. Ҡаты яралана. Уның кеүек меңдәрсә тиҫтерҙәре яурынына погондар ғына түгел, Ватан яҙмышы өсөн оло яуаплылыҡ ята.
--Ватаныбыҙ Рәсәйҙе һаҡлағыҙ –сөнки уның яҙмышы һәм киләсәге бөгөнгө ир-егеттәр ҡулында. 1941-45 йылдарҙа Еңеүҙең ниндәй юғалтыуҙар, әсе күҙ йәштәре менән яуланыуын яҡшы беләм. Әле Украина ерендә Рәсәй егеттәре махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Улар араһында яҡташтарыбыҙ, Хәйбулла егеттәре лә күп. Һуғыш бер ҡасан да еңел булмаған, әммә беҙҙең егеттәр Еңеү байрағын күтәрер һәм имен-һау тыуған яҡҡа ҡайтырҙар, тип ышанам,--тине аҡһаҡал.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас