

Бөйөк Еңеү көнө алдынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостан Республикаһының журналистар союзы ағзаһы, 1956 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы район гәзитендә бүлек мөдире, яуаплы секретарь, мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән Иҙрис Әбделкәрим улын тәбрикләп, уның менән һөйләшеп-әңгәмәләшеү коллективтың матур традицияһына әүерелгән.
Кисә, 5 майҙа, Матбуғат көнөндә, Гөльямал һәм Иҙрис Түләшевтар беҙҙе ҡаршыланы. Иҙрис Әбделкәрим улы: “Турат ҡыҙы килде”, тип күреште. Бала-сағаларҙы, таныштарҙы һорашты. Хәле ауыр булыуға ҡарамаҫтан, өҫтәл артында һөйләшеп, яңы баҫылған район гәзиттәрен ҡарап сыҡты.
Редакция коллективынан бүләктәр-күстәнәстәрҙе, Өфө ҡалаһынан Башҡортостан журналистар Союзы ебәргән Рәхмәт хатын, бүләк торшерҙы ла ҡыуанып ҡабул итте. Тик ветеран менән был һуңғы осрашыу-күрешеүебеҙ, бәхилләшеүебеҙ булғанын ғына белмәнек...
Тыныс йоҡла, хөрмәтле Иҙрис Әбделкәрим улы! Урынығыҙ йәннәттә булһын. Һеҙҙең тормош һәм хеҙмәт юлығыҙ беҙҙең өсөн үрнәк булып ҡаласаҡ. Бәхил бул, аҡһаҡал!
Мөхәррирәт.