ЙӘМҒИӘТ
6 Май 2023, 07:02

Иҙрис Түләшевтың һуңғы аманаты: “Тыуған илде һаҡларға кәрәк...”

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иҙрис Әбделкәрим улы менән һуңғы һөйләшәүебеҙҙә  СВО-ла ҡатнашҡан яугирҙарға мөрәжәғәт итте. Үкенескә ҡаршы, абруйлы аҡһаҡал, республикалағы берҙән-бер  яугир—Башҡортостан журналистар Союзы ағзаһы Иҙрис Түләшевтың бөгөнгө хәрбиҙәргә мөрәжәғәте һуңғы аманат булды. Хөрмәтле  ветеран бөгөн вафат булды...

Иҙрис  Түләшевтың һуңғы аманаты: “Тыуған илде һаҡларға кәрәк...”Иҙрис  Түләшевтың һуңғы аманаты: “Тыуған илде һаҡларға кәрәк...”
Иҙрис Түләшевтың һуңғы аманаты: “Тыуған илде һаҡларға кәрәк...”

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Иҙрис Әбделкәрим улы бөгөн вафат булды. Еңеүҙең 78 йыллығы алдынан ветеран-фронтовикты юғалтыу бөтәбеҙ өсөн дә оло ҡайғы. Ә уның СВО-ла ҡатнашҡандарға мөрәжәғәтен һуңғы аманат итеп еткерәбеҙ.

--Һуғыштан да ҡурҡыныс нимә юҡ. Бөгөн беҙҙең һалдаттар махсус хәрби операцияла ҡатнашып,  ата-бабаларыбыҙ-фронтовиктарҙың хәрби традицияларын дауам итә, Тыуған илде һаҡлай. Мин уларҙы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда беҙ нисек Ватанабыҙҙы һаҡланыҡ,  шуның һымаҡ  Еңеүгә, илебеҙҙе һаҡларға саҡырам.

Хәйбулла районында  күп милләтле халыҡ татыулыҡта һәм дуҫ йәшәй, беҙ барыбыҙ ҙа—бөйөк Рәсәй халҡы.  Элек беҙгә дуҫ илдәрҙә йәнә баш ҡалҡытҡан фашистарға  юлды ҡапларға,  меңдәрсә ғүмерҙәрҙе һаҡларға тейешбеҙ. Ватанды, киләсәгебеҙҙе һаҡлағыҙ! Еңеү менән иҫән-һау ҡайтығыҙ, егеттәр!,--тине ветеран.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иҙрис Әбделкәрим улы беҙгә, бөгөнгө йәш быуынға,  мөрәжәғәт итеп, яу яланында ҡан ҡойған фронтовиктар һәм Еңеү йылъяҙмаһына тос өлөш индергән тыл хеҙмәткәрҙәре тураһында хәтерҙе һаҡларға, әлеге ваҡытта СВО-ла илебеҙҙе һәм уның  күп милләтле халҡын һаҡлаған  геройҙарҙың исемен онотмаҫҡа саҡырҙы.

Светлана Сахно.

Фото редакция архивынан

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас