Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Май 2023, 11:19

Ватанды һаҡлау – һәр заманда ғорурлыҡ

«Ошо бәғерһеҙ әҙәм аҡтығылары тыныс халыҡты ут аҫтында тотоп, шулай кеше ғүмерҙәрен өҙөүҙәрен  һаман да дауам итерҙәрме ни?» –ти Хәйбулланан махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған контрактник.

Ватанды һаҡлау – һәр заманда ғорурлыҡ
Ватанды һаҡлау – һәр заманда ғорурлыҡ

«Барыһын да имен-һау һәм тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Бар изге доғаларыбыҙ һеҙҙең менән, ир-егеттәр! Иҫән-һау күрешергә яҙһын! Еңеү менән ҡайтығыҙ, егеттәр!» Махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе  Ватанды һаҡларға оҙатҡан һәр кем ана шундай теләктә булды. Мобилизацияланғандарҙан тыш, хеҙмәт итеү урынына ике контрактник та юлланды. Беҙ улар менән аралашып алдыҡ.

Контрактсыларҙың береһенә 64 йәш. Уның балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүләләре бар. Уҙамандың бөтә хеҙмәт биографияһы тау-байыҡтырыу комбинаты менән бәйле. Хаҡлы ялда булһа ла, элекке сик һаҡсыһы, ҡайҙалыр ярҙам кәрәк булғанда ғәҙәти ҙур тормош менән йәшәй алмаған һәм контракт төҙөргә ҡарар иткән:

 –Донбаста бәләкәй генә ҡыҙыҡайҙың минаға баҫып, аяҡһыҙ ҡалыуын телевизорҙан күрҙем. Ошо бәғерһеҙ әҙәм аҡтығылары тыныс халыҡты ут аҫтында тотоп, шулай кеше ғүмерҙәрен өҙөүҙәрен  һаман да дауам итерҙәрме ни?  Ни өсөн беҙҙә тыныс йәшәйҙәр, ә унда юҡ? Шуға күрә, балаларым быға ҡырҡа риза булмаһа ла, контракт төҙөнөм һәм быға һис тә үкенмәйем, – ти ул.

Тағы бер контрактсы ҡатыны менән өс бала тәрбиәләй, уларҙың иң ҙурына 10, ә бәләкәйенә 2 йәш. Егет белдереүенсә, махсус хәрби операцияһы башланғас та уҡ унда ҡатнашыу, ил һаҡсыларына ярҙам итеү теләге уянған.

–Үҙ теләгем менән 6 айға контракт төҙөнөм, Алла бирһә, аҙаҡ оҙайтырға ниәтләйем. Махус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеүселәр араһында ағай-ҡустыларым, дуҫ-иштәрем, ауылдаштарым да бар. Улар араһында икәүһе Батырлыҡ ордендары менән наградланған. Ил һаҡсылары менән даими бәйләнеш тотам, шунлыҡтан алғы һыҙыҡтағы хәлдәр менән яҡшы танышмын һәм улар мине ҡурҡытмай, ә киреһенсә ошо һайланған юлдың дөрөҫлөгөнә инандыра. Контракт буйынса Һауа-десант ғәскәрҙәре составында хеҙмәт итәсәкмен, әлегә учебкаға  юлланабыҙ. Өс аҙнанан ашыу әҙерлек үткәс, хәрби операция зонаһына йүнәләбеҙ.  Барыһы ла яҡшы булыр, еңеүебеҙгә шигем юҡ, – ти йәш егет.

Ил һағына баҫҡан ир-уҙамандарҙың ауылдаштары, ата-әсәләре, яҡындары йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй иҫән-һау Еңеү менән ҡайтырына ышанабыҙ. Осрашҡанға тиклем, егеттәр!

Ватанды һаҡлау – һәр заманда ғорурлыҡ
Ватанды һаҡлау – һәр заманда ғорурлыҡ
Ватанды һаҡлау – һәр заманда ғорурлыҡ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: