

Өфө ауылында йәшәүсе Рәхилә Таҡалова үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләне.
Рәхилә Хәлиулла ҡыҙы урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренән һәм, әлбиттә, туғандарынан һәм яҡындарынан йылы ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итте.
Юбиляр Йылайыр районында тыуып үҫкән, ғаиләлә 16-сы бала булып тдонъға килгән. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. 14 йәшендә ул штукатур-маляр булып эшләй башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы төҙөлөш өлкәһендә эшләй. Тормош иптәше менән ике ул үҫтерәләр, уның ике ейән-ейәнсәре һәм ике бүлә-бүләсәре үҫеп килә. Йылдар үтеү менән Рәхилә Хәлиулла ҡыҙы күңел күтәренкелеген юғалтмаған, тормошҡа ихтыярын һәм ыңғай ҡарашын һаҡлай. Һаулыҡ һәм именлек һеҙгә, хөрмәтле юбиляр!