

Баланы уллыҡҡа алғанда ниндәй түләүҙәр ҡаралған - Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Социаль фонды белгестәре аңлата
Баланы тәрбиәгә алған бөтә ғаиләләр ҙә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Ул йылына бер тапҡыр индексациялана.
Пособиены уллыҡҡа алыусыларҙың, опекундарҙың, попечителдәрҙең йәки тәрбиәгә алған ата-әсәнең береһе ала. 2023 йылдың 1 февраленән түләү күләме 26 345 һум тәшкил итә.
Ниндәй осраҡтарҙа түләү арттырылған күләмдә тәғәйенләнә?
Бындай түләүҙәр:
инвалид баланы
7 йәштән өлкән баланы
бер туғандар балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләргә бирелә.
2023 йылдың 1 февраленән арттырылған түләү күләме — 201 300 һум. Әгәр бер нисә баланы уллыҡҡа алалар икән, уларҙың һәр береһенә ҙур күләмдә түләү ҡаралған.
Түләүҙе нисек юлларға?
Баланы уллыҡҡа алыу тураһында суд ҡарары көсөнә ингәндән һуң 6 ай эсендә түбәндәге ысулдарҙың береһе буйынса ғариза бирергә:
Дәүләт хеҙмәттәрендә https://vk.cc/cnQOdx
Рәсәй Социаль фондының https://vk.cc/cleqKt йәшәгән урын буйынса клиент хеҙмәтендә шәхсән йәки почта аша (был осраҡта документтарҙың раҫланған күсермәһен ебәрергә кәрәк)
йәки Күп функциялы үҙәк аша https://mfcrb.ru/?page_id=4014
Ғариза биреү өсөн түбәндәге документтар кәрәк:
уллыҡҡа алынған баланың тыуыу тураһында таныҡлығы
баланы уллыҡҡа алыу тураһында суд ҡарарының күсермәһе
балаға опека тәғәйенләнеүе тураһында документ
Ғариза 10 көндән 20 эш көнөнә тиклем ваҡыт арауығында ҡарала. Аҡса 5 эш көнөндә күсә.
Ентеклерәк - Рәсәй Социаль фонды сайтында https://vk.cc/cnQJU6
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан