

Ниһайәт, күптән көтөлгән яңылыҡ! Бөгөн Өфөлә "Айыҡ ауыл - 2022" республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде һәм районыбыҙ йәнә еңеүселәр иҫәбендә. Әбүбәкер ауылы ҙур тораҡ пункттары категорияһында икенсе урын яуланы һәм 3,5 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булды!
"Ошо еңеүҙе яулауға бар көсөн һалған Әбүбәкер ауылы халҡын ихлас күңелдән ҡотлайым. Һәр ваҡыт ошолай егәрле, берҙәм һәм дәртле булып ҡалығыҙ. Ошо конкурс барышында ауыл тормошонда ныҡлы урын алған именлек, сәләмәтлек төшөнсәләре Әбүбәкерҙе мәңгелек төйәк итһен!" - тип ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашты район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.