

Әбүбәкерҙәр “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсында икенсе урын яуланы!
Бөгөн, 4 майҙа, “Айыҡ ауыл” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Был көндө бөтә хәйбуллалар көтөп алды, тиһәм дә яңылышмаҫмын. Әбүбәкерҙәр “Ҙур тораҡ ауыл” номинацияһында почетлы икенсе урынды яуланы. Афарин! Улар конкурс барған ҡыҫҡа ваҡытта бер булып уҡмашып, маҡсатҡа ынтылыусан, татыу, берҙәм һәм матур ауыл итеп үҙҙәрен танытты. Етди конкурста, ҡаты конкуренция шарттарында, биш меңдән ашыу ауылдар ҡатнашҡан номинацияла икенсе урынды яулау –ул оло мәртәбә! Ҡотлайбыҙ!
#ТрезвоеСело2022
#АйыҡАуыл2022