

Ишембай районының Яңы Әптек ауылынан Зөһрә Суфиянова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. 1 майҙа инәйгә 100 йәш тулды, тип хәбәр итте хакимиәт башлығы Азат Ишемғолов. Зөһрә Ильяс ҡыҙы - хеҙмәт ветераны, тыл эшсәне. Тормош иптәше, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдрахман Суфиянов менән 8 бала тәрбиәләп үҫтергән, икеһе лә колхозда эшләгән. Йөҙйәшәр инәй юбилейын 19 ейән-ейәнсәре, 29 бүлә-бүләсәре һәм 2 тыуа-тыуасары менән ҡаршы алды.
«Бөгөнгө осрашыуҙа ул ихласлығы һәм изге күңеллелеге менән беҙҙең күңелде арбаны. Юбилей көнөндә уның ҡыуандырырға тырыштыҡ. Ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙек, бүләктәр бирҙек, балалар шиғыр һөйләне, ҡурайсылар халыҡ көйҙәрен уйнаны», - тип яҙҙы Азат Ишемғолов.
Сығанаҡ:"Башинформ"