Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Май 2023, 11:34

“Улдарыбыҙ имен-һау еңеү менән ҡайтһын”

“Храм” позывнойлы яугирҙың әсәһе  әлеге мәлдә илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән улы менән ғорурлана һәм уның тыуған яҡҡа еңеү менән ҡайтыуын теләй.

“Улдарыбыҙ имен-һау еңеү менән ҡайтһын”
“Улдарыбыҙ имен-һау еңеү менән ҡайтһын”

Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылған яҡташтарыбыҙ, ирекмәндәр махсус хәрби операцияла бурыстарын үтәй. Беҙ уларға ышанабыҙ, улар менән ғорурланабыҙ һәм һәр яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ. Улар илебеҙ киләсәге һағына баҫты. Шундай ҡаһарман яҡташыбыҙ “Храм” позывнойлы яугирҙың әсәһе лә әлеге мәлдә илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән улы менән ғорурлана һәм уның имен-һау, еңеү менән ҡайтыуын теләй.

-Улым бәләкәйҙән шуҡ, теүәккәл, ҡыйыу егет булды. Мәктәптән һуң, әрмелә артеллирист булып хеҙмәт итте. Артабан өс йылға контракт төҙөп хеҙмәтен дауам итте. Сүриәләге хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашырға сентябрҙә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә китте. Яңыраҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте. Улым башта взвод командиры урынбаҫары булды, әле ул взвод командиры. Тәжрибәле хәрби булараҡ, башҡа яугирҙарҙы өйрәтә. Әйтеүенсә, район етәкселеге һәм халҡы ебәргән гуманитар ярҙамды алып, тыуған яҡ йылыһын тоялар, башҡа яугирҙар менән бер-береһенә терәк-таяныс булып торалар. Әгәр кемеһелер ауырыһа, бер-береһенә дарыуҙар ҙа бирәләр, яраланғандарға  ярҙам итәләр. Әлбиттә, бәйләнешкә йыш сыға алмайҙар, шуға күрә айына бер-ике тапҡыр ғына һөйләшергә тура килә. Уның тауышын ишетеү, имен-һау булыуын белеү үҙе бер ҡыуаныс. Улым быға тиклем контракт буйынса хеҙмәт иткәс, тәжрибәһе бар. Шуға күрә күтәренке рухта, еңеү беҙҙең яҡта буласағына ышана. Хәрби иптәштәре лә улымдан бик күп нимәгә өйрәндек, тиҙәр һәм нәҡ уға эләгеүҙәренә ҡыуаналар. Улым тураһында йылы һүҙҙәр ишетеү миндә ғорурлыҡ хистәрен уята. Беҙ, әсәләрҙең, теләге бер: ошо һуғыштар тиҙерәк бөтөп, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын, барлыҡ ир-егеттәр теүәл генә тыуған яҡтарына еңеү менән имен-һау әйләнеп ҡайтһын, - тигән изге теләктәрен еткерҙе “Храм” позывнойлы яҡташыбыҙҙың әсәһе.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: