

1945 йылдың 2 майында 1-се Украина фронты командующийы Советтар Союзы Маршалы Иван Конев Юғары баш командующий Иосиф Сталинға фронт ғәскәрҙәренең туғыҙ көнлөк алыштарҙан һуң 1-се Белоруссия фронты ғәскәрҙәре менән бергә Берлинды яулап алыуы тураһында мәғлүмәт биргән. 78 йыл элек булған ваҡиғалар тураһында Рәсәй Оборона министрлығының телеграм-каналы хәбәр итә.
2 майҙа дошмандың 34 меңдән ашыу һалдаты һәм офицеры әсирлеккә төшкән. Бөйөк Ватан һуғышының һуңғы көндәре тураһында тулыраҡ махсус мәғлүмәт порталында уҡып белергә мөмкин.
Сығанаҡ:"Башинформ"