ЙӘМҒИӘТ
3 Май 2023, 06:01

6 майҙа Башҡортостанда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнә

-

6 майҙа Башҡортостанда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнә6 майҙа Башҡортостанда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнә
6 майҙа Башҡортостанда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнә

6 майҙа Башҡортостанда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнә.

«Беҙҙең өсөн был - зыяратҡа барып, туғандарҙы иҫкә алып, уларҙың ҡәберлектәрен тәртипкә килтереү мөмкинлеге. Зыяратҡа йөрөгән автобустарҙы, сүп-сар ташыған техниканы арттырырға кәрәк», - тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Былтыр Башҡортостанда 150 меңдән ашыу кеше 30 апрелдә, Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнөндә, туғандарының һәм яҡындарының ҡәберҙәренә зыярат ҡылған. Мәҫәлән, 4725 зыяратта өмәләр үткәрелгән, 33 мең погон метрлыҡ ҡоймалар ремонтланған, 7 мең тоннанан ашыу сүп-сар сығарылған. Бынан тыш, халыҡ Бөйөк Ватан һуғышында, шулай уҡ башҡа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың һәм ветерандарҙың 19 меңдән ашыу ҡәберен төҙөкләндергән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-02/v-bashkirii-6-maya-proydet-den-pominoveniya-i-pochitaniya-3241958

Автор:Азат Ғиззәтуллин.
Фото:Олег Яровиков
Автор:
Читайте нас