

Бөгөн район халҡы махсус операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған ҡаһарман яҡташыбыҙ Алексей Горшковты һуңғы юлға оҙатты.
Алексей Федорович Садовый ауылында тыуып үҫкән. Һөнәрселек училищеһынан һуң, 2001-2003 йылдарҙа сик буйы ғәскәрендә хеҙмәт иткән. Махсус хәрби операцияла ул үҙ ирке менән ҡатнашырға ҡарар иткән.
Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың туғандары һәм яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.