

Махсус хәрби операция барышында беҙҙең район яҡташ яугирҙарға ярҙам йөҙөнән 15 гуманитар ылау ебәргән. Беренсе ярҙам былтыр сентябрь айында беҙҙең егеттәр Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үткән саҡта күрһәтелгән. Хәрбиҙәрҙең көнкүреш шарттары менән танышыу маҡсатында гуманитар ылауҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов оҙатып барған.
Хәйбуллаларҙың берҙәмлеге арҡаһында бындай ярҙам даими күрһәтелә. Район халҡы “Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, һалма, ит аҙығы әҙерләйҙәр, ойоҡбаштар бәйләйҙәр, махсус ҡорамал һатып алыуға аҡса йыйыялар һәм башҡалар.
Күптән түгел махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар аша район халҡы йыйыған аҡсаға аҙыҡ-түлек, медикаменттар, электр генератор, тепловизор, антидрон һәм пламегасителдәр ебәрелде. Был изге эштән район эшҡыуарҙары ла ситтә ҡалмай.
Райондың һәр ауылында гуманитар ярҙам йыйыу нөктәһе ойошторолған.