ЙӘМҒИӘТ
1 Мая 2023, 08:02

Хәйбулла егете генерал Шайморатов ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған

Отделение командиры, “Шах” позывнойлы уҙаман үҙ ирке менән Ватаныбыҙ мәнфәғәтен һаҡлай

Хәйбулла егете генерал Шайморатов ордены,  “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланғанХәйбулла егете генерал Шайморатов ордены,  “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған
Хәйбулла егете генерал Шайморатов ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған

Хәйбулла районы егете, “Шах” позывнойлы яугир  бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнә. Мәктәптә информатиканы яратыуы ла махсус хәрби операцияла ярҙам итә, квадрокоптер менән иркен идара итә.

Яңыраҡ яугир тыуған районына отпускыға ҡайтты, уны әсәһе, ҡатыны һәм өс балаһы ҡыуанып көтөп алды.

--Тыуған ил саҡырғанда, тыныс ҡына өйҙә ятыу тураһында бөтөнләй уйламаным.Ғаиләмдән генә тәүҙә ниәтемде йәшерҙем. Тыуған районымда эшләп йөрөһәм дә, һуғышҡа ингән егеттәрҙе  ишетеп тә, күреп тә йөрәгемә ауыр алдым. Вахтамды тамамлау менән военкоматҡа юлландым,-- ти доброволец уҙаман.  

“Шах” Рәсәй Геройы М.Шайморатов исемендәге батальонда взвод командиры итеп тәғәйенләнә. Хәрби операция зонаһында контузия ала, әммә госпиталгә барыуҙан баш тартып, хеҙмәтен дауам итә.

Әле ул ике ай инде яҡындары һәм туғандары менән. Яугир СВО зонаһында булғанда район хакимиәте һәм ирекмәндәр уның яҡындарына төрлө яҡлап ярҙам күрһәтте.

Зилә Аҡьюлова.

Фото хәрбиҙең ғаилә архивынан алынды.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас