

Хәйбулла районынан “Бурый” позывнойлы ир уҙаман менән осрашып һөйләшергә насип булды. Әйткәндәй, яугирға 60 йәш. Әммә ул беренсе тапҡыр былтыр апрелдә үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына юлланһа, икенсе тапҡыр барғанда иһә контракт килешеүе төҙөй. Взводта отеделение командиры, командир урынбаҫары була. Хәйбулла уҙаманы “Хәрби ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы, Луганск халыҡ республикаһынан “Хәрби тәре” билдәһе менән наградланған.
--Махсус хәрби операция зонаһында егеттәр көн дә һуғышҡа инә. Еңел түгел, әммә бирешмәйбеҙ, хәрби заданиеларҙы уңышлы үтәйбеҙ, егеттәр ҙур батырлыҡ күрһәтә. Бигерәк тә башҡорт егеттәре араһында “ҡурҡыта”, “бармайым”, “ҡайтам” тигән һүҙҙе бер ҡасан да ишетмәнем. Шулай ҙа әрме хеҙмәтен үтәгән запастағы яҡташтарыма мөрәжәғәт итәм: илебеҙ мәнфәғәтен яҡларға һинең дә ваҡытың етте. Унда һеҙҙе көтәләр, контракт килешеүе төҙөп, башҡорт батальондары менән бергә нацизмға ҡаршы көрәшергә саҡырам. Әлеге ваҡытта республикала “Төньяҡ амурҙары” һәм Даян Мурзин исемендәге ирекле батальондарға яугирҙар йыйыла. Унда хәрби тәжрибәһе булмағандарҙы ла алалар,--тине утты-һыуҙы кискән уҙаман.
“Бурый” тәүге хәрби командировкаға киткәндә, был турала ғаиләһенән дә йәшерә. “Яҡындарымды борсоғом килмәне, шуға күрә Себергә вахтаға киттем тип әйтергә булдым. 40 йыл бергә йәшәгән ҡатыным белеп ҡалғас, уға ла, балаларға ла дөрөҫөн асырға тура килде”,--тине ул.
Оло йәштәге яугирҙан ни өсөн һуғышҡа атлығыуын һорағас, ул былай тип яуап бирҙе: “Беренсенән, ут эсенә ингән йәш егеттәрҙе йәлләнем. Уларҙы кемдер өйрәтергә, үҙ артынан эйәртергә тейеш бит. Ә мин армияла махсус ғәскәрҙә хеҙмәт иттем, республика десантсылар союзы ағзаһымын. Икенсенән, хаҡлы ялға тиклем төрлө кешеләр менән эшләнем. Уларҙы ойоштороу тәжрибәһе бай. Өсөнсөнән, һәм иң мөһиме, мин үҙ илемдең патриоты”,--тине.
Айырым “Барс” подразделениеһы разведка төркөмөнөң взвод отделениеһы командиры, сержант “Бурый” күп тапҡыр дошман тылында эшләй. Уны өс тапҡыр үлгән тип яҙалар, яҡындарына “похоронка” ебәрәләр. Хеҙмәттәштәре Ростов ҡалаһында госпиталдә табып, уның иҫәнлегенә ышанмай ҙа торалар. Яҡташыбыҙ Луганск халыҡ республикаһы территорияһында миномет уты аҫтына эләгеп, ҡаты яралана, биш операция үткәрә. Аяҡҡа баҫыу менән, Шайморатов батальонына яҙылып, Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөй.
--Өфөлә йыйылыу пунктында тәүҙә 9 егетте беркеттеләр, аҙаҡ икенсе пунктта тағы ла өҫтәлеп, махсус хәрби операция урынына республиканан 26 яугир-доброволец менән бергә килдек. Араларында иң олоһо мин. Улар миңә улдарым, ҡустыларым кеүек яҡын. Командир булараҡ, алғы һыҙыҡта, дошман тылында хәрби заданиены үтәү менән бер рәттән егеттәрҙең ғүмерен һаҡлауҙы, тәү маҡсатым итеп ҡуйҙым. “Уҡыуҙа ауыр булһа, яуҙа еңелерәк!”. Полководец Александр Суворовтың ошо ҡанатлы һүҙҙәрен иҫтә тотоп, хәрби бәрелешкә яҡын ситуацияла егеттәргә күнекмәләр үткәрҙек, техниканы һәм ҡоралды биш бармағы кеүек белергә, дрон менән атака ваҡытында үҙеңде нисек тоторға һәм башҡаларға өйрәттек. Хәрби зонала хәрби рух, хәрби туғанлыҡ төшөнсәһе ныҡ. Хәйбулла егеттәрен үҙ ҡанатыбыҙ аҫтына тырыштыҡ. Яҡташтар менән разведкаға барырлыҡ, береһе лә һынатманы. Райондан килгән гуманитар ярҙамды ла ваҡытында алдыҡ”,--тине ир уҙманы.