ЙӘМҒИӘТ
28 Апрель 2023, 06:52

Яҙғы саҡырылыш һәм контракт хеҙмәте

Был турала Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссар Ринат Зәбиров менән әңгәмәлә.

Яҙғы саҡырылыш һәм контракт хеҙмәтеЯҙғы саҡырылыш һәм контракт хеҙмәте
Яҙғы саҡырылыш һәм контракт хеҙмәте

Яҙғы саҡырылыш һәм контракт буйынса хеҙмәт итеү үҙенсәлектәре һәм башҡа мәсьәләләр буйынса Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссар Ринат Зәбиров менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

  • Ринат Фәнил улы, быйылғы яҙғы саҡырылышта үҙгәрештәр бармы?
  • Ағымдағы йылда яҙғы саҡырылыш план буйынса бар һәм артыҡ үҙгәрештәр юҡ. Хәйбулла районынан 64 призывникты әрме хеҙмәтенә ебәреү планлаштырыла. Әйтергә кәрәк, хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың береһе лә махсус хәрби операция зонаһына ебәрелмәйәсәк. Улар Рәсәй Федерацияһы территорияһында (яңы биләмәләрҙән тыш) хеҙмәт итәсәк. Шулай уҡ уҡыуын тамамлап, диплом яҡламайынса бер егет тә армияға ебәрелмәй. 23 апрелдә тәүге призывниктар әрме хеҙмәтенә оҙатылды. Май айында Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса 15 призывникты оҙатыу планлаштырыла. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың 85 проценттан ашыуы уҡыуҙар тамамланғас, 15 июндән һуң оҙатыласаҡ. Әрме хеҙмәтенән кисектереү нигеҙе теҙмәһе лә үҙгәрешһеҙ ҡала.
  • Әгәр әрме хеҙмәтенән кисектерелгән призывник повестка алһа, уға нимә эшләргә?
  • Әлбиттә, был мәсьәләне хәл итеү өсөн хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғәҙәттә призывниктарҙы нигеҙһеҙ саҡырмайбыҙ.
  • Контакт буйынса хеҙмәт итеү үҙенсәлектәре тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ.
  • Хәрби комиссариат бер үк ваҡытта контракт буйынса хеҙмәт итергә теләк белдергән граждандарҙы йыйыу менән дә шөғөлләнә. Апрель айында тиҫтәнән ашыу хәйбуллалы контракт төҙөүгә теләк белдерҙе. Контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеү өсөн билдәле бер талаптарға яуап бирергә кәрәк.
  • Йәш буйынса:
    - 18-60 йәш (айырым бер хәрби-иҫәп специальносы, ғәскәри часть командиры менән килешеү буйынса - 65 йәшкә тиклем)
    Һаулыҡ буйынса категориялар:
    «А» - хәрби хеҙмәткә яраҡлы
    «Б» - бер аҙ сикләүҙәр менән яраҡлы
    «В» - яраҡлы, сикләүҙәр бар (иҫәпкә алыу урыны буйынса ҡабаттан тикшерелергә кәрәк).

 

Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 17-се һанында.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас