ЙӘМҒИӘТ
28 Апрель 2023, 10:16

Иң һөҙөмтәле эшләүсе китапхана мөдире

Район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Сынбулатова «Иң күп китап уҡыусы ауыл» республика бәйгеһенең «Иң һөҙөмтәле эшләүсе китапхана мөдире» номинацияһында еңеүсе дипломы менән бүләкләнде.

Иң һөҙөмтәле эшләүсе китапхана мөдиреИң һөҙөмтәле эшләүсе китапхана мөдире
Иң һөҙөмтәле эшләүсе китапхана мөдире

26 апрель Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының Мәҙәниәт һарайында «Ағиҙел» журналының Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантына тормошҡа ашырылған «Аҡмулла арбаһы» проектының йомғаҡлау кисәһе уҙҙы. Сарала Башҡортостандың бар тарафтарынан «Ағиҙел» журналының тоғро дуҫтары, арҙаҡлы һәм һәүәҫкәр яҙыусылар, китапханасылар, әүҙем китапхана уҡыусылары йыйылды.
Мәртәбәле әҙәби байрамда үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Хәлим ҡыҙы Сынбулатова «Иң күп китап уҡыусы ауыл» республика бәйгеһенең «Иң һөҙөмтәле эшләүсе китапхана мөдире» номинацияһында еңеүсе дипломы менән бүләкләнде.

 

Сығанаҡ: Центральная-Районная Библиотека

Автор:
Читайте нас