

Йәшармеецтарҙың урындағы бүлексәһе штабы начальнигы Таһир Ишемғолов белдереүенсә, әлеге ваҡытта егеттәр һәм ҡыҙҙар махсус хәрби операция ваҡытында хужалыҡ эштәрендә ярҙам талап ителгән һәр ғаиләгә беркетелгән.
Уҡыусылар ихатаны йәки баҡсаны таҙартырға, утын ярырға, һарай йәки гаражды тирәһендәге эштәрҙә ярҙам күрһәтә. Әлеге ваҡытта йәшармеецтар эше һәр ауыл биләмәһендә ойошторолған. Мәҫәлән, Бүребайҙа 10 ир-егет СВО-ла ҡатнаша. Хәйбуллалар уларҙың яҡындарына ҡулдан килгән тиклем психологик, практик һәм матди ярҙам күрһәтә. Бүребай мәктәбе уҡыусылары ла ситтә ҡалмай. Яңыраҡ улар Көсөкбаевтар һәм Туҡбаевтарҙың йорттарында булып, ихаталарын таҙартты. Оло йәштәге хужалар уҡыусыларҙың ярҙамына рәхмәтле булды.
Администрация Хайбуллинского района