

Бүребайҙа старт алған Хәйбулла волонтерҙары хәрәкәте ябай булмаған ваҡытта, 2021 йылғы урман янғындары осоронда башлана. Бүребай ауыл Советының изге эштәр акцияһында әүҙем ҡатнашҡан тиҫтәләгән ҡатын-ҡыҙ, улар араһында күп балалы әсәләр ҙә бар, тәбиғәт янғындары осоронда ут һүндереүселәргә аҙыҡ-түлек әҙерләү яуаплылығын үҙ өҫтөнә ала. Ошо кәрәкле һәм файҙалы эш былай ҙа һәр кемгә ярҙамға әҙер торған ҡатындарҙы берлектә район ирекмәндәре эшмәкәрлеген башларға этәрә. Был хәрәкәт йәш гвардеецтарҙы (“Йәш гвардия” Хәйбулла районы йәмәғәт ойошмаһы) ла битараф ҡалдырмай. Уларҙың барыһын да “Хәйбулла волонтерҙары” төркөмө һәм чаты берләштерә.
Район ирекмәндәр хәрәкәте активистары Айгөл Фоменко һәм Таңсулпан Купцова үҙҙәренең махсус хәрбюи операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамы тураһында һөйләне.
--Күптәр беҙҙе Бүребай ауылы волонтерҙары тип яңылыша. Шуға күрә асыҡлыҡ индерәйек –беҙ барыбыҙ ҙа “Хәйбулла волонтерҙары” хәрәкәте ҡатнашыусылары һәм координаторҙары. Ә СВО-ла ҡатнашыусы егетттәргә ярҙам ҡулы һуҙыуға килгәндә, өлөшләтә мобилизация башланыу менән Бүребайҙа гуманитар ярҙам ҡабул итеү пункты асылып, яҡын тирәләге ауылдарҙан яугирҙарға тәү сиратта кәрәкле әйберҙәр алып килә башланылар. Йыйылған посылкаларҙы (ҡайһылары тәғәйен кешегә исемле ине) гуманитар ылау менән ебәреү өсөн район хакимиәтенә тапшырҙыҡ, ҡай һыларын Дондағы Ростовта урынлашҡан госпиталдаргә, сабыйҙар һәм балалар йорттарына, диспансерҙарға бүлдек, сөнки унда яралы хәрбиҙәр, Донбасстан балалар эвакуацияланған ине. Аҡъярҙа бер йортта ла ҡабул итеү пункты асылды. Мобилизацияланған һалдаттарҙың яҡындары ла яугирға кәрәкле әйберҙәр алыу өсөн ошондай пункттар хеҙмәте менән файҙаланды.
Мобилизация башланғандың беренсе көндәренән Ҡазан ҡалаһында хәрби күнекмәләр үткән беҙҙең район яугирҙары менән бәйләнештә булдыҡ. Ҡазанда йәшәгән яҡташыбыҙ ныҡ ярҙам итте. Ул райондан килгән гуманитар ылауҙы ҡаршылап, ҡабул итте, төрлө хәрби частарҙағы егеттәргә үҙ машинаһында алып барҙы. Мобилиацияланғандарҙың ҡатындары ла беҙҙеү менән берлектә эшләне. Бөгөн дә Сибайҙан бер ҡыҙ яугирҙар өсөн беҙ йыйған посылкаларҙы үҙ иҫәбенә ҡаланың транспорт компанияһына алып бара, Ростовҡа ебәрә, беҙгә кәрәкле әйберҙәрҙе лә алып килә. Бына ошондай битараф булмаған граждандар волонтерҙар араһында бик күп. Улар тураһында күптәр белмәй, сөнки был кешеләр ҡылған изгелектәре тураһында яу һалмай, ә кәрәк саҡта шунда уҡ ярҙамға ашығалар. Новороссийскиҙа йәшәгән бер ҡатын да һүҙе менән дә, эше менән дә ярҙамлаша. Бәйләнештә төркөмөбөҙҙәге сәхифәнән йәки чат һәм ватсаптан оран һалыуыбыҙ бер ҡасан да яуапһыҙ ҡалмай. Хәйбулла волонтерҙарының бөтә Рәсәй буйынса дуҫтары, ярҙамсылары бихисап, араларында пенсионерҙар ҙа күп, --тип бәйән итте беҙгә Таңсулпан һәм Айгөл.
Һөйләшеү барышында волонтерҙарҙың беҙҙең район хәрбиҙәренә генә түгел, Рәсәй буйынса ла ярҙам ойоштороуҙары асыҡланды. Миҫал өсөн, Мәскәү ҡалаһы госпиталендә дауаланған яралы Хәйбулла яугиры тураһында хәбәр алалар. Яҡташыбыҙға кейем-һалым, көндәлек кәрәк-яраҡтар кәрәк була, әммә уның менән бәйләнешкә сыҡҡас, башҡала ирекмәндәренең ярҙам итеп, хатта инвалид коляскаһы алып биреүҙәре мәғлүм була.
--Дондағы Ростов ҡалаһы ирекмәндәре менән чатта йыш аралашабыҙ, хәйбулла халҡы ебәргән кейемдәрҙе госпиталдәргә ебәргәнебеҙ булды. Ни өсөн? Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, пуля йәки снаряд ярсыҡтары менән теткеләнгән кейемдәге яугирҙы госпиталгә килтерәләр. Эске һәм өҫкө ке йем, ҡултыҡ таяҡтары, корсет, яраларҙы бәйләргә материал, ялан госпиталдәре өсөн башҡа ә йберҙәр кәрәк. Быларҙың барыһын да ебәрә алдыҡ, әммә ярҙамға мохтаж егеттәр ҙә бик күп бит. Махсус хәрби операция зонаһын күҙ алдына килтерәйек. Яугирҙарға даими ярҙам кәрәк. Мәҫәлән, телефон. Бында әгәр боҙолһа, яңыһын ала алабыҙ. Ә унда, һуғыш майҙанында, кем телефонды һаҡлау тураһында уйлаһын? Кейем, аяҡ кейеме, махсус ҡорамал һәм медиуаменттар менән дә шулай уҡ,--ти Айгөл Килдебай ҡыҙы.
Таңсулпан Тельмановна әйтеүенсә, башҡорт батальондары сафындағы егеттәргә волонтерҙар йыйған аҡсаларына рациялар, мобилизацияланғандарға йоҡо тоҡтары, берцы, рюкзак, медикаменттар, аҙыҡ-түлек ебәргән. Яугирҙар ебәргән фотоларҙа посылкаларҙың барып етеүен күреп бер ҡыуанһалар, отпускыға ҡайтҡандарының рәхмәт һүҙҙәре тағы ла ҡанатландыра. “Ағинәйҙәр клубы” ағзалары, инвалидтар ойошмаһы, «V-степ» бей еү ансамбле, “Миләшкәй” вокал коллективы, урындағы мәктәп педагогтары һәм уҡыусылары волонтерҙар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Ойоҡбаштар бәйләйҙәр, кәрәкле әйберҙәр, медикаменттар алып киләләр, шәфҡәтлелек йәрмикәләрен үткәреүҙә ярҙам итәләр. Ауыл биләмәләре башлыҡтары, район хакимиәте, эшҡыуарҙар һәр ваҡыт бәйләнештә һәм уларҙың эшен хуплай.
--Беҙ республикабыҙҙан СВО-ла ҡатнашҡандарға ебәреү өсөн пикап автомобилен һатып алыуға 200 мең һум йыйыу өсөн иҫәп асҡайныҡ. 161 мең һум туплағайныҡ инде, машинаны һаттылар. Аҡса йыйыуҙы ваҡытлыса туҡтатып торҙоҡ, сөнки отпускыға ҡайтҡан мобилизацияланғандарға ярҙам иттек. Егеттәргә серәкәй, талпандарҙан һаҡланыу саралары, резина итектәр, блиндаждар төҙөүгә материалдар кәрәк һәм башҡалар. Әле аҡса йыйыу дауам итә. Автомобилдәргә хаҡ та артты инде. Шуға күрә бағымсылар, эшҡыуарҙар, ябай граждандар ярҙам итһә ине. Тинләп тә, кәрәкле сумма йыйыла. Тағы ла урман янғындарын һүндереүҙә бергә эшләгән республиканың башҡа волонтерҙарын йәлеп итергә уйлайбыҙ, Сибайҙағы “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһына ла мөрәжәғәт иттек. СВО-ла ҡатнашҡандарға ярҙам йөҙөнән район шәфҡәтлелек йәрминкәһен ойошторҙоҡ. Унда 110 мең һум аҡса йыйылды, уға янмай һәм һыуланмай торған материалдарҙан маскировкалау селтәре үреүгә әйберҙәр алдыҡ. Әле күп ауылдарҙа махсус оҫталыҡ класы үтеп, был эшкә тотоноусылар бихисап. Эшҡыуарҙар Рәмил Билалов һәм Динислам Бохарбаев махсус ағас ҡулланмалар эшләп бирҙе. Аҡъярҙан биш бала әсәһе яугирҙар өсөн составында гель булһа ла, сайыу кәрәкмәгән “ҡоро” душ эшләй. Рамаҙан айында СВО-ла ҡатнашҡандарҙың туғандарын йыйып, ифтар үткәрҙек. Өҫтәл әҙерләргә ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ,--тип һөйләне Таңсулпан Купцова.