ЙӘМҒИӘТ
26 Апрель 2023, 14:17

Халыҡҡа иң яҡын тороусылар тәбрикләнде

Район хакимиәтендә Урындағы үҙидара көнөнә арналған тантаналы сара үтте

Халыҡҡа иң яҡын тороусылар тәбрикләндеХалыҡҡа иң яҡын тороусылар тәбрикләнде
Халыҡҡа иң яҡын тороусылар тәбрикләнде

Район хакимиәтендә Урындағы үҙидара көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Һөнәри байрам менән тәбрикләп, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, район Советы рәйесе Юлай Сиражитдинов сығыш яһаны. Улар урындағы үҙидараның халыҡҡа иң яҡын власть кимәле булыуын, был байрамдың муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе генә түгел, ә тыуған еренең киләсәге өсөн янып йәшәгән һәр кемде – ауыл старосталарын, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын, райондың ижтимағи тормошонда алғы һыҙыҡта барған активистарҙы, йәмәғәтселәрҙе лә берләштереүен билдәләне.

Тантана барышында муниципалитет белгестәре һәм ауылдар активистарына Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы, Профсоюздың Башҡортостан республика ойошмаһы комитеты, Хәйбулла районы хакимиәте һәм район Советының маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Рөстәм Динислам улы «Башҡортостан Республикаһы профсоюздар федерацияһының 100 йыллығы» юбилей миҙалы менән бүләкләнде. Байғусҡар ауылы старостаһы Кәбир Баймырҙинға Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы дипломы менән күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм урындағы үҙидараны үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө өсөн маҡтаулы исем бирелде. Зариф Зәкир улы крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Урал Таймасовты Дәүләт Думаһы депутатының рәхмәт хаты менән, ә Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Ришат Рәхмәтуллин һәм «Аквасервис» муниципаль унитар предприятиеһы директоры Руслан Абдуллинды иҫтәлекле бүләк менән тәбрикләне.

Халыҡҡа иң яҡын тороусылар тәбрикләнде
Халыҡҡа иң яҡын тороусылар тәбрикләнде
Халыҡҡа иң яҡын тороусылар тәбрикләнде
Халыҡҡа иң яҡын тороусылар тәбрикләнде
Халыҡҡа иң яҡын тороусылар тәбрикләнде
Халыҡҡа иң яҡын тороусылар тәбрикләнде
Халыҡҡа иң яҡын тороусылар тәбрикләнде
Халыҡҡа иң яҡын тороусылар тәбрикләнде
Халыҡҡа иң яҡын тороусылар тәбрикләнде
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас