ЙӘМҒИӘТ
26 Апрель 2023, 09:34

Хәйбуллалар үҙ рухын яҙҙы

"Рух яҙыуы" асыҡ район телевизион шиғриәт бәйгеһе үтте

Хәйбуллалар үҙ рухын яҙҙыХәйбуллалар үҙ рухын яҙҙы
Хәйбуллалар үҙ рухын яҙҙы

Районыбыҙҙа  ойошторолған “Рух яҙыуы” проекты йылдан-йыл сағыуланып ысын шиғриәт байрамына әйләнә бара. Халҡыбыҙҙың милли рухын күтәреп, уға яңы һулыш өҫтәгән телевизион шиғриәт бәйгеһе төрлө йәштәгеләрҙе – кесене, олоно, төрлө һөнәр эйәләрен туплап, берләштереп тағы бәйгегә йыйҙы.

Быйыл ул күренекле яҡташыбыҙ, шағирә, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Йомабикә Ильясованың ижадына арналды һәм “Рух яҙыуы” асыҡ район телевизион шиғриәт бәйгеһенең I турында республикабыҙҙың төрлө райондарынан һәм өлкәләренән бөтәһе 130 - ҙан ашыу кеше көс һынашты. Икенсе этабында иһә район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә барлығы 17 бәйгесе

һынау тотоп, был көндө яҡташ шағирәбеҙҙең рухлы һәм хисле шиғырҙары беҙҙе замандаш, рухташ итеп бергә тупланы.  

Жюри ағзалары әйтеүенсә, ысынлап та, беҙ рухи сарала шиғриәт тигән оло диңгеҙҙә йөҙҙөк. Шиғыр бәйгеһе район халҡы өсөн, ысын мәғәнәһендә, ҙур байрамға әүерелде, барыһын да рухландырҙы, илһам һәм дәрт бирҙе. Күркәм, йөкмәткеле, рухлы шиғриәт бәйгеһендә яҡташтарыбыҙ шағирәбеҙҙең милли рух менән һуғарылған шиғырҙарҙын төрлөһөн башҡарҙылар. Шағирәнең нескә күңел донъяһынан урғылған шиғырҙары конкурсанттар тарафынан ихласлыҡ, саф күңеллелек менән халыҡҡа еткерелде. Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙының ниндәй генә шиғырын алһаң да, һәр кемебеҙҙең күңел торошона ауаздаш хис-тойғолар менән һуғарылған. Бәйгеселәрҙең бер төркөмө һоҡландырҙы, икенселәре тәрән уйға һалды, тетрәндерҙе, өсөнсөләре күҙҙәрҙе йәшкә мансылдырҙы, бишенселәре йәшәү көсө бирҙе.
Башҡорт теленә, туған әҙәбиәтебеҙгә һөйөү тәрбиәлгән сараны район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең йырҙары кисәнең матур бер биҙәге булды.
Туған телебеҙ, башҡорт теленең матурлығын, уның данын йырлаусыларға, киләсәген һәм яҙмышын һаҡлаусыларға ҙур рәхмәт.

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең киләһе һанында баҫылып сыға.

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас