

Әле «Торатау» конгресс-холында «Айыҡ ауыл: граждандар башланғыстары һәм социаль практика» тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция бара. Уның эшендә Хәйбулла районы делегацияһы ла ҡатнаша.
Бөгөнгө йәмғиәттең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышыуҙа Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе, «Айыҡ ауыл» республика конкурсының ойоштороу комитеты рәйесе Максим Забелин; Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова; табип-психиатр, нарколог, Бойондороҡһоҙ наркология гильдияһы президенты, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы эксперты, Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы Координация советының реабилитация буйынса эш төркөмө етәксеһе Руслан Исаев; «Айыҡ ауыл» республика конкурсы координаторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, БДМУ профессоры, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева ҡатнаша.
Форумдың пленар өлөшөндә ауылдар конкурсты ойоштороу комитетының дипломдары менән бүләкләнде, ә әүҙемселәргә Башҡортостан министрлыҡтарының, ведомстволарының рәхмәт хаттары тапшылды. "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендәге әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Әбүбәкер ауылы старостаһы Рамаҙан Назаров Башҡортостан Республикаһы муниципаль берләшмәләр ассоциацияһының рәхмәт хаты менән билдәләнде.
Конференцияға ярашлы, «Айыҡ ауыл» конкурсының төп йүнәлештәре булған өс тема буйынса «түңәрәк өҫтәл»дәр үтә:
«Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу буйынса муниципаль райондарҙың һәм төбәктәрҙең иң яҡшы практикалары» — муниципаль райондар вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм конкурс әүҙемселәре ҡатнашлығындағы
майҙансыҡ эшендә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова тәжрибә менән уртаҡлаша.
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.