

"Әбүбәкерҙәр берҙәмлеге, уңғанлығы, тырышлығы, әүҙемлеге менән айырылып тора. Әлеге көндә сит тарафтарҙа ғүмер иткән ауылдаштарыбыҙҙа тыуған ауылы өсөн янып - көйөп торалар, һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙырға әҙерҙәр.
Ураҙа байрамы алдынан улар, ауылдаштарын ҡыуандырып, бик ҙур байрам бүләге әҙерләнеләр.,, Ихлас,, мәсетебеҙгә һыуытҡыс, саң һурҙырғыс, тимер ишек, өҫтәлдәр, өҫтәл ябыуҙары, тәҙрә ҡорғолары, гардиндар, шкаф, шаршауҙар алып ҡайтып тапшырҙылар. Шулай уҡ эшҡыуар Сынбулатов Илгиз Марат улы ширлектәр бүләк итте.
Хөрмәтле ауылдаштарыбыҙ, беҙҙе ҡыуандырған өсөн, изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә кире әйләнеп ҡайтһын, һауаптары насип булһын !
Һеҙгэ ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ! Йөрөгән юлдарығыҙҙа Хызыр Ильяс юлдаш булһын, фәрештәләрегеҙ һаҡлап йөрөтһөн. Бөтә ауыл халҡы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Афариндар!" - ти әбүбәкерҙәр.