ЙӘМҒИӘТ
21 Апрель 2023, 14:13

Хәйбулла ирекмәндәренең сауаплы эше

Берҙәмлек дингә йәки милләткә ҡарамай, мосолмандар ҙа, христиан динендәгеләр ҙә илгә тыныслыҡ, егеттәрҙең именлеген теләне.

Хәйбулла ирекмәндәренең сауаплы эшеХәйбулла ирекмәндәренең сауаплы эше
Хәйбулла ирекмәндәренең сауаплы эше

Рамаҙан айында  ифтар үткәреү сауаплы эш.

Хәйбулла районы ирекмәндәре   Аҡъяр ауылының “Жәмиғ” мәсетенә  СВО-ла ҡатнашҡандарҙың, йәғни  мобилизацияланғандарҙың, доброволецтарҙың һәм батырҙарса һәләк булғандарҙың яҡындарын саҡырҙы.  Берҙәмлек дингә йәки милләткә ҡарамай, мосолмандар ҙа, христиан динендәгеләр ҙә илгә тыныслыҡ, егеттәрҙең именлеген теләне.

Был сауаплы сарала ысын берҙәмлек сағылды. Хәйбулла ирекмәндәр хәрәкәтендә булмаған кешеләр ҙә ихлас ярҙам ҡулын һуҙҙы. Волонтерҙар өҫтәл йыйыуҙа ярҙам иткән кешеләргә, эшҡыуарҙарға,  пекарнялар етәкселәренә аҡсалата ярҙамдары, аҙыҡ-түлек,  тәмле бәлештәр, икмәктәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Йылы, рухи мөхиттә үткән ифтарҙан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды.

Волонтёры Хайбуллы.Доброе дело

 

 

 

Автор:
Читайте нас