

20 апрелдә, Башҡортостандың Милли кейем көнөндә, «Башавтотранс» предприятиеһы акция үткәрҙе — бер нисә маршрутта водителдәр һәм кондукторҙар, ә автовокзалдарҙа кассирҙар республика халыҡтарының милли кейемендә эшкә килде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 20 апрелдә, тотош республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткән байрам билдәләнде.
Ойошманың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, пассажирҙар был башланғысты ыңғай баһалаған.
Акциянан фотолар һәм видеояҙмалар предприятиеның рәсми сайтына, «Бәйләнештә», «Класташтар» төркөмөнә, Телеграм-каналға урынлаштырылған.