ЙӘМҒИӘТ
21 Апрель 2023, 02:45

Башҡорт археология фәненә нигеҙ һалыусыға мемориаль таҡтаташ асылды

   

Башҡорт археология фәненә нигеҙ һалыусыға мемориаль таҡтаташ асылдыБашҡорт археология фәненә нигеҙ һалыусыға мемориаль таҡтаташ асылды
Башҡорт археология фәненә нигеҙ һалыусыға мемориаль таҡтаташ асылды

Билдәле академик һәм ғалим, арҙаҡлы тарихсы Нияз Мәжитов йәшәгән йортҡа (Өфө ҡалаһы, Революцион урамы, 167а) мемориаль таҡтаташ асылды. Асыу тантанаһына уның яҡындары, коллегалары, уҡыусылары һәм башҡалар йыйылды.

«Нияз Абдулхаҡ улы археологияның күп серҙәрен асҡан титандар дәүеренән. Археология фәнендә ул иң сағыу эҙ ҡалдыра. Уның хеҙмәттәре республикабыҙҙы яңы кимәлгә күтәрә. Илебеҙҙең археологик картаһында Башҡортостан бөгөн археологик мираҫ объекттарына иң ҡыҙыҡлы һәм бай субъекттарҙың береһе булып күренә», – тине республиканың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-производство үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.

Нияз Мәжитов Көньяҡ Уралдың урта быуат археологик ҡомартҡыларын аса һәм тикшерә. Урал-Волга буйы тимер быуат ҡомартҡыларын классификациялауҙы, периодизациялауҙы, Евразияның дала халыҡтарының этномәҙәни һәм социаль-иҡтисади тарихын эшләүгә ҙур өлөш индерә.

Тантанала Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы Салауат Ҡолбахтин билдәләүенсә, Нияз Абдулхаҡ улы ярҙамында башҡорттар һәм уларҙың тарихы, республика мираҫы тураһында Башҡортостандан ситтә лә белгәндәр.

Шулай уҡ Мәжитов ғалим булараҡ ҡына билдәле түгел, ул әүҙем гражданлыҡ позицияһына эйә була, йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының беренсе рәйесе, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы етәксеһе була.

Мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында Нияз Мәжитовтың ҡыҙы, тарих фәндәре кандидаты Әлфиә Солтанова ла ҡатнашты. Ул сарала ҡатнашыусыларға һәм ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе һәм атаһы хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты.

«Ваҡыт үтеү менән кешенең бөйөклөгө асыҡ күренә, тип әйтергә теләйем. Һәм бөгөн күптәрҙең мемориаль таҡтаташ асыуға килеүе һәм атайымдың иҫтәлеген хөрмәтләүе уның ғүмере бушҡа үтмәгәнен күрһәтә. Халыҡ, фән, мәғариф хаҡына биргән бөтә көсөн, мөмкинлектәрен, оҫталығын, талантын уға иҫтәлек рәүешендә кире ҡайтаралар», – тине Әлфиә Нияз ҡыҙы.

 

фото:Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-производство үҙәгенең матбуғат хеҙмәте

Башҡорт археология фәненә нигеҙ һалыусыға мемориаль таҡтаташ асылды
Башҡорт археология фәненә нигеҙ һалыусыға мемориаль таҡтаташ асылды
Башҡорт археология фәненә нигеҙ һалыусыға мемориаль таҡтаташ асылды
Башҡорт археология фәненә нигеҙ һалыусыға мемориаль таҡтаташ асылды
Башҡорт археология фәненә нигеҙ һалыусыға мемориаль таҡтаташ асылды
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас