

Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылынан Наил бизнесын ҡалдырып, контракт буйынса махсус операцияға китергә йыйына. Был хаҡта ул Өфөлә хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктында Республикаға идара итеү үҙәгенә биргән интервьюһында һөйләне.
Тыныс тормошта Наил аттар үрсетеү һәм ағас әҙерләү менән шөғөлләнә, хәҙер был эшен ваҡытлыса атаһына ҡалдырып тора.
Контракт буйынса махсус хәрби операцияға юлланған башҡа хәрбиҙәр хаҡында «Башинформ» материалында уҡығыҙ.
Фото:Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге.