

"Өфөлә йәшәүсе бер төркөм хәйбуллалар яҡташтар ойошмаһы эшен тергеҙеп ебәреү маҡсатында ойошторған осрашыуҙа булдыҡ, - тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
- Баш ҡалала йәшәп, төрлө өлкәлә эшләп, республикабыҙ үҫешенә өлөш индергән хәйбуллалар күп бөгөн. Тик яҡташтар берлеге эшенең һүнеп ҡалыуы бөтәһен дә борсоған икән. Өфөнән алыҫ урынлашҡан район халҡына, бигерәк тә йәштәренә ярҙам итеү, шулай уҡ бөгөн кәрәк булған рухи берҙәмлекте көсәйтеү йәһәтенән был бик кәрәк тине осрашыуҙа ҡатнашыусы арҙаҡлы яҡташтар. Ойошманың рәйесе итеп әүҙем яҡташыбыҙ, "Башбланкиздат" ойошмаһының генераль директоры Гөлсәсәк Әлибаеваны тәҡдим итте инициатив төркөм. Шулай уҡ сентябрь айында барлыҡ Өфөлә йәшәүсе, уҡыусы хәйбуллаларҙы берләштергән, киң программалы йыйын ойошторорға ҡарар ителде".
Сығанаҡ һәм фотолар: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.