

Башҡортостанда 15 майға тиклем янғынға ҡаршы махсус тәртип индерелде. Режим ваҡытында ауыл хужалығы ерҙәре, юл буйҙары, һыу ятҡылыҡтары һәм биләмәләрҙә сүп-сар яғыу тыйыла. Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов шулай тип белдерҙе. Ҡоро үлән яндырыуҙы административ комиссиялар күҙәтә. Ябай кешеләргә 20 мең, яуаплыларға 800 мең һумға тиклем штраф ҡарала. Һауа торошона бәйле махсус режимдың оҙайтылыуы ла ихтимал. Янғын менән көрәшеү өсөн 3 мең ярым техника һәм 12 мең хеҙмәткәр әҙерләнгән.