ЙӘМҒИӘТ
19 Апрель 2023, 10:26

Ил һаҡсыларын хәстәрләп

Бөгөнгө ауыр заманда илебеҙҙә тыныслыҡ хаҡына көрәшкән алғы  һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға сираттағы гуманитар ылау алыҫ юлға ҡуҙғалды.

Ил һаҡсыларын хәстәрләпИл һаҡсыларын хәстәрләп
Ил һаҡсыларын хәстәрләп

Махсус хәрби операциялағы ир-егеттәр өсөн техник һәм кәрәкле махсус ҡорамалдар, әйберҙәр  тейәлгән “Нива” автомобиле оҙон юлға сыҡты.  Автомобиль үҙе лә яугирҙарға тәғәйенләнгән. “Нива”ны Ивановка ауылынан Борис Абдуллин һәм Юрий Шигаранов крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре яҡташ ир-егеттәргә ярҙам йөҙөнән һатып алғандар.

Районыбыҙҙың битараф булмаған барлыҡ кешеләренә оло рәхмәт. Һәр ваҡыт ысын күңелдән ярҙам итергә әҙер яҡташтарыбыҙҙың барлығын тойоу бик ҡыуаныслы.

Сираттағы ылау яугирҙәргә имен-һау барып етһен, ебәргән автомобилдәрҙең ярҙамы тейһен һәм мобилизацияланған егеттәребеҙгә тыуған яҡ күстәнәстәре барып етеп, көс-ҡеүәт бирһен.

Борис Абдуллин, КФХ башлығы:

  • Беҙ әле илдә барған хәлдәрҙән ситтә ҡала алманыҡ. Фермер Юрий Шигарановһәм элекке Ивановка ауыл биләмәһе башлығы Руслан Абдуллин менән бергәләп кәңәшләшеп, яугирҙарға кәрәкле маршрут буйынса күсеп йөрөү өсөн "Нива" машинаһын һатып алдыҡ. Ауылдашыбыҙ - “Автозвук” магазины хужабикәһе Луиза Абыҙгилдина техниканы хәрби әҙерлеккә килтерергә ярҙам итте. Машина һатып алыуҙы ишеткәс, яҡташыбыҙ Ринат Тулыбаев та ситтә ҡалманы, автомобилгә тау-ташлы ерҙә йөрөй торған тәгәрмәстәр тапшырҙы. Яҡташ ир-егеттәребеҙгә, Аллаһ бирһә, тыуған яҡтарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем. Яуаплы миссияны үтәүҙе дауам итербеҙ. Был беҙҙең көсөбөҙҙән килә.

 

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас