ЙӘМҒИӘТ
18 Апрель 2023, 06:32

"Старшина": “Был махсус хәрби операцияла мотлаҡ ҡатнашырға, Ватанымды һаҡларға тейешмен”

Еңеү беҙҙең ҡулда

"Старшина": “Был махсус хәрби операцияла мотлаҡ ҡатнашырға, Ватанымды һаҡларға тейешмен”"Старшина": “Был махсус хәрби операцияла мотлаҡ ҡатнашырға, Ватанымды һаҡларға тейешмен”
"Старшина": “Был махсус хәрби операцияла мотлаҡ ҡатнашырға, Ватанымды һаҡларға тейешмен”

“Старшина” позывнойлы яҡташыбыҙ үҙ теләге менән тәүгеләр рәтендә махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдерә һәм бөгөн ул башҡа ир-егеттәр менән бер рәттән Ватаныбыҙ һағында тора. Әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан старшина беҙҙең менән махсус хәрби операцияла ҡатнашырға хәл итеүенең сәбәптәре, хеҙмәт тәьҫораттары менән бүлешергә ваҡыт тапты.

– Тормоштоң төрлө сағы була. Шатлыҡлы мәлдәр ҙә, ҡыйын саҡтар ҙа. Бәләкәйҙән тыуған ауылымда сынығып үҫтем. Бер эштән дә ҡурҡып торманым. Егет кеше өсөн илде һаҡлау элек-электән изге бурыс һыналған. Ул ун һигеҙ йәше тулыу менән мотлаҡ Ватаныбыҙ һағына баҫырға тейеш. Хеҙмәт итеү осоронда егеттәр етди һынау үтеп, тормош тәжрибәһе туплап, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да нығынып ҡайта.

Махсус хәрби операция бик мөһим кешелек сифаттарын асты. Ул – ғәҙеллек, үҙ бурысыңды үтәүгә әҙерлек. Ир-егеттәрҙең бер өлөшө бөгөн намыҫ менән алғы һыҙатта үҙ хәрби бурыстарын үтәй, башҡа ир-егеттәрҙең бурысы – еңеү яулау өсөн тылда тырышып эшләү. Тик берҙәмлек, һөҙөмтәле эш кенә беҙгә үҙ маҡсаттарыбыҙға ирешергә ярҙам итәсәк.

Беҙгә килеп еткән ярҙам посылкалары, хаттарҙан яугирҙар өй йылыһын тойоп ҡанатланып китә. Быны һүҙ менән генә әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Өйҙән ебәрелгән ошондай сәләмдәр хәрби рухты тағы ла нығыта. Беҙҙән кесе быуынға шуны әйткем килә: бер ниҙән дә ҡурҡырға ярамай, бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнергә һәм Ватаныбыҙ беҙҙең барыбыҙҙан да ярҙамға мохтаж икән, алғы һыҙыҡҡа баҫырға кәрәк. Бөтәһенә лә һаулыҡ, уңыштар, именлек һәм бәхет теләйем! Еңеү беҙҙең ҡулда.

Тулы мәҡәлә “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенең киләһе һанында баҫылып сыға.

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас