

Әбеш ауылы биләмәһе башлығы Таһир Мөғлитдин улы Юнысов ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһында үткән "Атайсал" төбәк форумында оҙаҡ йылдар тыуған ер хаҡына хеҙмәте һәм үҙидаралыҡ органдарының үҫешенә индергән өлөшө өсөн Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Зәкир улы Байғусҡаров тарафынан исемле ҡул сәғәте менән бүләкләнде.
Таһир Мөғлитдин улын юғары баһа алыуы менән ҡотлайбыҙ, артабан да эшендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!