

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә яҙылырға теләгәндәргә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
- иҫәптә торған урын буйынса хәрби комиссариатҡа. Комиссариаттарҙың исемлеге һылтанмала бирелә: https://clck.ru/33qV9P
- контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә була: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 , тел.: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63
Шәхсән йә телефон аша мөрәжәғәт итергә йәки документтарҙы почта аша ебәрергә мөмкин.
Контракт буйынса хеҙмәткә ғаризаны шулай уҡ:
- Рәсәй Оборона министрлығының рәсми сайтында шәхси кабинет аша lkg.mil.ru
- Дәүләт хеҙмәттәре порталында «Ирекмән булып йәки контракт буйынса хеҙмәт итеү» сервисы ярҙамында ла gosuslugi.ru биреү мөмкинлеге бар
Хәрби хеҙмәткә контракт төҙөү өсөн үҙең менән ниндәй документтар алыу мотлаҡ?
Контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтергә теләк белдергән Башҡортостан кешеләре түбәндәге документтарын тапшырырға тейеш:
- фото 9х12 (1 дана), фото 3х4 (4 дана);
- ике данала автобиография (яҙма һәм баҫма төрҙә);
- белемен раҫлаған документтарҙың күсермәһе;
- эш урынынан хеҙмәт характеристикаһы;
-кандидаттың тыуыу тураһындағы таныҡлығының күсермәһе;
- никах, никахты тарҡатыу һәм бала тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтарҙың (булған осраҡта) күсермәһе;
- участка полиция хеҙмәткәренән характеристика;
- паспорт күсермәһе (яҙыу булған бөтә биттәре);
- хәрби билет күсермәһе (яҙыу булған барлыҡ биттәре);
- хеҙмәт кенәгәһе күсермәһе (яҙмалары булған бөтә биттәре);
- ИНН күсермәһе;
- банк картаһы реквизиттары (мотлаҡ МИР түләү системаһы булырға тейеш)
Контракт төҙөү өсөн:
- иҫәптә торған урын буйынса хәрби комиссариатҡа (комиссариаттарҙың исемлеге һылтанмала бирелә: https://clck.ru/33qV9P);
- контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә була: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 , тел.: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63
Шулай уҡ:
- Рәсәй Оборона министрлығының рәсми сайтындағы шәхси кабинет аша lkg.mil.ru
- Дәүләт хеҙмәттәре порталында «Ирекмән булып йәки контракт буйынса хеҙмәт итеү» сервисы ярҙамында ла gosuslugi.ru ғариза биреү мөмкинлеге бар
Башҡортостанда йәшәүселәр контракт буйынса ҡайҙа хеҙмәт итә ала?
Ғәскәр төрөн теләк буйынса үҙеңә һайларға мөмкин.
Контракт нигеҙендәге хеҙмәтте айырым бер шарттар ҡаралған (хеҙмәт иткән 1 көн 1,5 тип иҫәпләнә; 1 көн/2; 1 көн/3) хәрби частарҙа үтергә була.
Башҡортостан кешеләренә контракт буйынса республика батальондарында хеҙмәт итеү мөмкинлеге бар.
Уның шарттары тураһындағы мәғлүмәтте һайлап алыу пунктында ентеклерәк белешергә мөмкин.
Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби хеҙмәт үтеү өсөн күпме ваҡытҡа контракт төҙөй ала?
Контракт ваҡыты хәрби хеҙмәткәрҙең йәшенә бәйле:
- 50 йәшкә тиклемге хәрби хеҙмәткәр - 6 айҙан 3 йылға тиклем
- 50 йәштән өлкән хәрби хеҙмәткәр 6 айҙан 11 айға тиклем осорға контракт төҙөй ала
Әгәр контракт бер йылға һәм унан күберәккә төҙөлһә, 195 мең һум күләмендә пособие ҡаралған.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға түбәндәге ташламалар ҡаралған:
- хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы һәм тейешле ташламалар
- кредит һәм һалым каникулдары
- балаларын юғары уҡыу йорттарында уҡытыу өсөн бюджет урындар
- балаларын йәйге сәләмәтләндереү лагерҙарында бушлай ял иттереү
- йәрәхәтләнгәндә ( имгәнгәндә) һәм һәләк булғанда страховка түләүҙәре
- реабилитация һәм яраҡлашыу (эшкә урынлашыу һәм торлаҡ биреү) йәһәтенән социаль программа
- Башҡортостан Республикаһының өҫтәмә ташламалары һәм гарантиялары
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары өсөн 2023 йылға 33 ярҙам сараһы ҡаралған.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү тураһындағы бойороғо - түбәндәге һылтанмаларҙа: https://npa.bashkortostan.ru/36683/; https://npa.bashkortostan.ru/36811/
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре ниндәй социаль ярҙам саралары менән ҡуллана ала - ошо хаҡтағы мәғлүмәт махсус чат-ботта:
https://t.me/MPodderzhkiBashkortostanBot
Контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеү өсөн ниндәй талаптарға яуап бирергә кәрәк?
Йәш буйынса:
- 18-60 йәш (айырым бер хәрби-иҫәп специальносы, ғәскәри часть командиры менән килешеү буйынса - 65 йәшкә тиклем)
- сит ил граждандары өсөн - 18 йәштән алып
Һаулыҡ буйынса категориялар:
«А» - хәрби хеҙмәткә яраҡлы
«Б» - бер аҙ сикләүҙәр менән яраҡлы
«В» - яраҡлы, сикләүҙәр бар (иҫәпкә алыу урыны буйынса ҡабаттан тикшерелергә кәрәк)
Физик әҙерлек:
- көс, тиҙлек һәм сыҙамлыҡ буйынса өс күнегеүҙә минималь талаптарҙы үтәү
Хөкөмгә тарттырылыу контракт буйынса хеҙмәт итеү өсөн ҡаршылыҡ булып тормай (Эске эштәр министрлығынан документ һоратып алғандан һуң һәр ғариза буйынса айырым ҡарар ҡабул ителә)
Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ниндәй түләүҙәр ҡаралған:
Тәғәйенләнгән урынға барып еткәнсе үк контракт төҙөгән мәлдән хәрби операцияла ҡатнашыусы түләүҙәр ала башлай:
рядовой - 35-40 мең һум
сержант - 45-50 мең һум
прапорщик - 50-60 мең һум
йылына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата ярҙам - 20 мең һумдан башлап,
эш башлағанда бирелә торған пособие - 20 мең һумдан башлап,
килешеү төҙөгәндә бер тапҡыр бирелә торған түләү - 195 мең һум.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан мәлдән яугиргә түбәндәге сумма түләнә:
тәүлек түләүҙәре (командировка аҡсаһы) - 4240 һум
ай һайын ике оклад - 20-35 мең һум
айлыҡ социаль түләү - 37 мең һум
яраланған осраҡта страховка түләүе - 3 миллион һум (яраның дәрәжәһенә ҡарап, өҫтәп - 70-300 мең һум)
яугир һәләк булған осраҡта ғаиләгә страховка түләүе - 12 миллион 400 мең һум һәм республиканан 2 миллион һум
хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә.