Башҡортостанда яңы чат-бот эшләй башланы. Унда контракт буйынса хәрби хеҙмәт тураһында төп һорауҙарға яуап табырға мөмкинЧат-ботты республиканың Хәрби комиссариаты менән берлектә Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге булдырҙы.
Хеҙмәт итеү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, ниндәй талаптар ҡуйылыуы, ниндәй документтар тапшырырға кәрәклеген һәм контрактниктарға ниндәй түләүҙәр ҡаралыуын белеү өсөн түбәндә күрһәтелгән һылтанма буйынса яҙылығыҙ һәм мәғлүмәт менән танышығыҙ:
https://t.me/contractRBBot
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт буйынса хәрби хеҙмәт мәсьәләһе буйынса көн һайын сәғәт 8:00-ҙән 20:00 сәғәткә тиклем ҡыҙыу линия телефоны аша +7 (347) 224 90 13 йәки кәрәҙле телефондан 117 һандарын йыйып консультация алырға мөмкин.
Хәрби хеҙмәт мәсьәләһе буйынса шулай уҡ түбәндәге ысулдар менән мөрәжәғәт итергә була:
теркәлгән урын буйынса хәрби комиссариатҡа https://pravitelstvorb.ru/activity/685/
һайлап алыу пунктына - Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156, телефон: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63
Ирекмән булып йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеү өсөн онлайн режимда ла мөрәжәғәт итергә мөмкин:
- Рәсәй Оборона министрлығының рәсми сайтында шәхси кабинет аша: lkg.mil.ru
- Дәүләт хеҙмәттәрендә «Ирекмән булып йәки контракт буйынса хеҙмәт итеү» электрон сервисы ярҙамында: https://vk.cc/cmisiG
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан



