

Ике аҙна элек кенә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарыбыҙҙы ҡаршы алғайныҡ, ә бөгөн улар кире махсус хәрби операция зонаһына юллана. Һауа торошо ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, хәйбуллалар бергәләшеп район хакимиәте бинаһына йыйылып, изге теләктәрен теләп, күстәнәстәрен, кәрәк-яраҡ әйберҙәрен тейәп егеттәрҙе оҙатты.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Аҡъяр ауылы «Йәмиғ» мәсете имамы Муса хәҙрәт һәм «Скоропослушница» ҡорамы настоятеле Дионисий, хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандары һәм яҡындары яугирҙарға уңыштар, һаулыҡ теләне, иҫән-һау һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Рөстәм Динислам улы, яҡташлыҡ көсөнөң символы һәм үҙенсәлекле бетеү булараҡ, яугир-хәйбуллаларҙың һәр береһенә тыуған Башҡортостандың дәүләт флагын тапшырҙы. Район үҙенең яугирҙары менән тығыҙ бәйләнештә, уларҙың проблемаларын белә һәм мобилизацияланғандарға, уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, тип билдәләне ул.
"Батырҙарыбыҙҙы ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция зонаһына хәрби хеҙмәткә оҙаттыҡ. Егеттәребеҙ яҡшы хәрби кәйеф менән юлға сыға, улар тыуған еренән, туғандары һәм яҡындары менән аралашыуҙан көс алды. Беҙ уларға һәм беҙҙең еңеүебеҙгә ышанабыҙ. Иң мөһиме, яҡташтарыбыҙҙы тиҙерәк иҫән-һау ҡайтыуҙарын көтәбеҙ!" - тип социаль селтәрҙәрҙә изге теләктәрен еткерҙе район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Имен-һау ҡайтығыҙ, егеттәр, онотмағыҙ - һеҙҙе өйҙә көтәләр!