

Баймаҡта «Кесе ватаным - Атайсал» муниципаль-ара форумының алтынсы, йомғаҡлау этабы бара. Унда Урал аръяғы райондары һәм ҡалалары: Межгорье, Сибай, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы һәм Хәйбулла райондары ҡатнаша.
Форум барышында Хәйбулла районы делегацияһы Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы сиктәрендә районда барған эштәр менән таныштырҙы, тәжрибә уртаҡлашты. Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Юнысов һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, хеҙмәт ветераны Наил Торомтаев маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Атайсал» проекты республика етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме менән башланғайны. 2023 йылда иғлан ителгән Атайсал өсөн изге эштәр йылы үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәткән проекттың дауамы булды.