

Баймаҡта «Кесе ватаным - Атайсал» муниципаль-ара форумының алтынсы, йомғаҡлау этабы бара. Унда Урал аръяғы райондары һәм ҡалалары: Межгорье, Сибай, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы һәм Хәйбулла райондары ҡатнашты.
«2023 йыл—Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы. Кесе Ватаныбыҙ, тыуған төйәгебеҙ өсөн изге эш эшләгән яҡташтарыбыҙҙы ҙур күләмле эштәргә этәрә исемле йыл. Өсөнсө йыл рәттән Башҡортостанда тормошҡа ашырылған проект иһә күп кенә яҡташтарыбыҙҙың күңелендә яҡлау тапты. Баймаҡ ҡалаһында уҙған "Атайсал" зона форумында Хәйбулла районы делегацияһы ла ҡатнашып, беҙҙең ошо юҫыҡта башҡарылған эштәр хаҡында һөйләне,тәжрибә уртаҡлашты. Таһир Юнысов һәм Наил Торомтаев дәүләт кимәлендәге маҡтау ҡағыҙҙарына эйә булды. Изге проект артабан да үҫеш алыр, әүҙем дауам итер тип ышанам,» - тип социаль селтәрҙәрҙә тәьҫораттары менән уртаҡлашты Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Атайсал» проекты республика етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме менән башланғайны. 2023 йылда иғлан ителгән Атайсал өсөн изге эштәр йылы үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәткән проекттың дауамы булды.