ЙӘМҒИӘТ
13 Апрель 2023, 06:21

Йән тыныслығын тойоп йәшәүҙең 20 алтын ҡағиҙәһе

..

Йән тыныслығын тойоп йәшәүҙең 20 алтын ҡағиҙәһеЙән тыныслығын тойоп йәшәүҙең 20 алтын ҡағиҙәһе
Йән тыныслығын тойоп йәшәүҙең 20 алтын ҡағиҙәһе


1. Үҙеңдең матди сығанаҡтарыңа ғына таянып йәшә;
2. Бурыстарыңды ваҡытында ҡайтар;
3. Үҙеңдең бәләләреңдә тирә-йүндәгеләрҙе ғәйепләмә;
4. Хаталарыңды таный бел;
5. Кейелмәгән кейемдәреңде мохтаждарға өләшеп бир;
6. Яҡшы эш ҡылыуың менән маҡтанма;
7. Күп эшлә, аҙ һөйлә;
8. Көн дә 30 минутлыҡ ял итеп, атлап йөрөп кил;
9. Өҫтөнлөккә түгел, ә камиллыҡҡа ынтыл;
10. Бараһы ереңә ваҡытында, теүәл йөрө;
11. Бәхәс килеп тыуһа, тыныс бул;
12. Үҙеңә рәхимһеҙ булғандарға ла рәхимле, яҡшы уйҙа, яҡшы күңелле булып ҡал;
13. Яңғыҙ ҡалып, уйҙарыңды тәртипкә килтереп ал;
14. Яҡшы ғәҙәттәрең менән башҡаларға өлгө бул;
15. Тормош, йәшәйештең ғәҙел булмауы менән килеш;
16. Төймәнән дөйә яһама;
17. Тыйнаҡ бул;
18. Ауыҙыңды үлсәп ас;
19. Бер кемде лә тәнҡитләмә;
20. Үткәндән өйрәнеп, киләсәкте планлаштырып, бөгөнгө көн менән йәшә.

"Атайсал" гәзите төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас