

Рәсәйгә Германия, Чили һәм Аргентинанан тере ҡош-ҡорт, йомортҡа, ҡош ите һәм әҙер ит продукцияһын килтереү тыйылды, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы.
Сикләүҙәр был илдәрҙә ҡош киҙеүе таралыу хәүефе килеп тыуыуға бәйле. Тыйыу шулай уҡ ҡош аҙығына, шулай уҡ ҡоштарҙы тотоу, һуйыу һәм күсереү өсөн ҡулланылған ҡорамалдарға ла ҡағыла. Сикләүҙәр Ольденбург округының туғыҙ предприятиеһына һәм Германияның Фехта һәм Кохем-Целль райондарына, Чилиҙың Моле, Биобио, Валпараис өлкәләренә һәм Аргентинаның Кордоба провинцияһына ҡағыла.
Бынан алда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Франциянан, Венгриянан һәм Молдавиянан ҡош итен индереү тыйыласағы тураһында хәбәр иткәйне.