ЙӘМҒИӘТ
13 Апрель 2023, 17:49

"Беҙ һеҙҙең менән бергә!"

Теләге булған һәр кем оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, яугирҙарға хәлдән килгәнсә ярҙам ҡулын һуҙа ала, ти Хәйбулла районының "Йәш гвардия"сылары.

"Беҙ һеҙҙең менән бергә!""Беҙ һеҙҙең менән бергә!"
"Беҙ һеҙҙең менән бергә!"

Хәйбулла районының "Йәш гвардия"сылары төрлө оҫталыҡ дәрестәрен үткәреп, файҙалы үлән сәйҙәре өсөн муҡсалар текте, йыуғыстар бәйләне.  Оҙаҡламай  улар йыйылған гуманитар ярҙам менән бергә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға оҙатыласаҡ. 

«Хәйбулла районында битараф булмаған кешеләр, ирекмәндәр берләшә һәм хәрбиҙәргә ярҙам итә. Шул рәүешле кешеләр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға үҙҙәренең хәстәрлеген, ярҙамын һәм һөйөүен белдерә», - ти «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Айгөл Байсурина.

Теләге булған һәр кем ошондай оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, яугирҙарға хәлдән килгәнсә ярҙам ҡулын һуҙа ала ти ойоштороусылар.

 

сығанаҡ:Молодая Гвардия Хайбуллинский район 

"Беҙ һеҙҙең менән бергә!"
"Беҙ һеҙҙең менән бергә!"
"Беҙ һеҙҙең менән бергә!"
"Беҙ һеҙҙең менән бергә!"
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас