ЙӘМҒИӘТ
13 Апрель 2023, 05:46

Бүребай мәктәбенең 5-се Шайморатовсылар класы И. Тазетдинов һәм В. Рогалев крәҫтиән-фермер хужалыҡтары менән танышты

..

Бүребай мәктәбенең 5-се Шайморатовсылар класы И. Тазетдинов һәм В. Рогалев крәҫтиән-фермер хужалыҡтары менән таныштыБүребай мәктәбенең 5-се Шайморатовсылар класы И. Тазетдинов һәм В. Рогалев крәҫтиән-фермер хужалыҡтары менән танышты
Бүребай мәктәбенең 5-се Шайморатовсылар класы И. Тазетдинов һәм В. Рогалев крәҫтиән-фермер хужалыҡтары менән танышты

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәсүл Рәхмәтуллин, “Юнармия” хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе начальнигы Таһир Ишемғолов Бүребай мәктәбенең 5-се Шайморатовсылар класына Степной ауылының районда тәжрибәле фемрерҙарҙан һаналған И. Тазетдинов һәм В. Рогалев крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына сираттағы экскурсияны ойошторҙо. 

Илгиз Тазетдиновтың фермер хужалығында күп тапҡырҙар “Терра-Башҡортостан” республика турнирында, район һабантуйҙарында һәм башҡа бәйгеләрҙә призлы урындар яулаусы Айгиз Тазетдинов ҡаршы алып, йылҡы малдарына ҡарата мөнәсәбәте, малҡайҙарҙы тәрбиәләү тураһында айырым бер йылылыҡ менән бәйән итте. Әйткәндәй, хужалыҡ республика программаһы буйынса саф башҡорт тоҡомло аттар һатып алған һәм йылдан-йыл мал һанын арттыралар. Уҡыусылар был көндө башҡорт аты тураһында бик күп мәғлүмәт алды. Айгиз  үҙенең яратҡан “Алан” ҡушаматлы аты һәм уның менән еңеүҙәр яулауы тураһында һөйләп, уның миҫалында оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте. Балаларға атты нисек йүгәнләргә, егергә өйрәтте.  Айгиз уларға һыбай менергә лә рөхсәт биреп, рәхәтләнеп һыбай ҙа йөрөнөләр.

Сәфәрҙең икенсе яртыһында уҡыусылар В. Рогалев крәҫтиән-фемер хужалығына юл тотто. Унда улар ангар тибындағы фермала булып, һөт өсөн һыуытҡыс, һыйыр һауыу аппараттары, һыйыр-быҙауҙар торған ҡура менән танышты. “Был нимә, ә быныһы нимә өсөн”, тип бихисап һорауҙар яуҙырып, унда-бында сабып йөрөгән уҡыусыларға сәфәр оҡшағаны янып торған күҙҙәренән билдәле ине. Бигерәк тә ауыл хужалығы техникаһы менән танышыу ҡыҙыҡлы һәм йәнле барҙы. Әйтергә кәрәк, хужалыҡ яңы, заманса техникалар менән йыһазландырылған. Малайҙар теге йәки был техниканы ҡыҙыҡһынып, һыйпап, тотоп ҡарап, рөхсәт менән ашлыҡ йыйыу комбайны кабинаһына инеп тә ултырҙылар. 

Фәһемле лә, күңелле лә экскурсия уҡыусыларҙа ысынлап та ауыл хужалығы һөнәренә ҡыҙыҡһыныу уятты.

 

Комментарий:

Рәсүл Рәхмәтуллин, мәғлүмәт-консультация үҙәгенең директоры:

  • Балаларға ошондай файҙалы һәм кәрәкле сәфәр ойоштороуға мөмкинлек биргән Тазетдинов һәм Рогалев хужалыҡтары етәкселәренә, һәм беҙҙең инициативаны кире ҡаҡмай күтәреп алған район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улына рәхмәт белдерәбеҙ. Киләсәк быуын телефон тотоп, компьютер алдында ғына ултырмаһын, ә малсылыҡ тармағын күрһәтеү, ғөмүмән, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең көндәлек эше тураһында таныштырыу, оҫталыҡ дәресе күрһәтеү маҡсаты менән  ойошторолдо. Уҡыусыларға сәфәр бик оҡшаны  һәм алда яҙғы баҫыу эштәренә, мал аҙығы әҙерләү осоронда ла экскурисяға сығырға иҫәп тотабыҙ.

Автор:
Читайте нас