

Вәзәмгә килгән кунаҡтар ауылдың матур, таҙа, төҙөк булыуына һоҡлана. "Айыҡ ауыл"республика конкурсында еңеү, матур Ял һәм спорт үҙәгенең, яңыртылған хоккей майҙансығының барлыҡҡа килеүе ауылға яңы һулыш өрҙө. ауылға сит тарафтарҙан килгән ҡунаҡтар ҙа ауылдың яҡты, матур клубына инеп ҡарап, ауыл тормошо, йашайеше тураһында һораштырып сығырға яраталар икән.
Бөгөн Баймаҡ районынан ауылға ҡунаҡҡа килгән ир-егеттәр ҙә мәҙәниәт усағына инеп, йылы һүҙҙәрен, матур теләктәрен еткереп сыҡҡан икән. Ауыл бик оҡшаған уларға. "Бына шулай матур йәшәй инде ул дәртле, берҙәм, тырыш булганға ауыл халыҡы. Район, ауыл биләмә етәкселаре лә бик шәптәр бит!"- тигәндәр икән ҡунаҡтар. Ҙур ғорурлыҡ менән рәхмәт әйтеп ҡыуанып тороп ҡалған вәзәмдәр.
#АйыҡАуыл2021
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.