

Бөгөн район мәҙәниәт йортонда билдәле башҡорт музыканты, композитор, күптәр яратҡан “Рух” популяр башҡорт рок-төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе - Ирек Атанов менән хушлашыу сараһы үтте. Мәтам сараһында район хакимиәте вәкилдәре, ойошмалар һәм учреждениелар коллективтары, Ирек Насибулла улының туғандары, коллегалары, класташтары, дуҫтары һәм башҡалар ҡатнашты.
-Һәләтле яҡташыбыҙ, композитор, бихисап йырҙар авторы, легендар “Рух" төркөмөнә нигеҙ һалыусысыларҙың береһе Ирек Атановты һуңғы юлға оҙаттыҡ бөгөн.
Ирек Насибулла улының исеме башҡорт рок хәрәкәтенә нигеҙ һалған «Рух» төркөмө менән тығыҙ бәйле. 1990 йылдар башында милли үҙаң күтәрелгән мәлдә барлыҡҡа килгән төркөмгә нигеҙ һалыусыларҙың береһе ул.
Моң, сәнғәт менән генә йәшәгән, исем, дан артынан ҡыумаған яҡташыбыҙ тыуып үҫкән еренә тоғро ҡалып, ошонда йәшәй һәм ижад итә. Изге айҙа тик изге кешеләр генә мәңгелек йоҡоға тала тиҙәр. Баҫалҡылығы, ябайлығы һәм кешелекле булыуы менән айырылып торған Ирек Насибулла улының вафаты беҙҙең район өсөн генә түгел, бөтә Башҡортостан өсөн оло юғалтыу.
Бәхил бул, “Рух”тың рухы булған моң эйәһе! Иманың юлдаш, урының ожмахта булһын,- тине район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Талантлы музыкант һәм йырсы Ирек Атановтың ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын! Ғаиләһе һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.