

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 53 кеше медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Уҙған йылдың был осоронда талпан ҡаҙалыуҙың ете генә осрағы теркәлгән. Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡанда, дөрөҫ кейенергә кәрәк. -Бөжәктәр ағаста була тип уйлаусылар яңылыша, - ти биология фәндәре кандидаты Дилбәр Ҡыуатова. Быйыл Башҡортостанда 4 мең гектар биләмә талпанға ҡаршы препарттар менән эшкәртелә.