

«Росреестр»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре аңлата
Социаль фонд ата-әсәнең береһенә әсәлек капиталы аҡсаһын күсергәндән һуң капиталдағы өлөштәргә ярашлы иренә (ҡатынына) һәм балаларына өлөш бүлеү тураһында килешеү төҙөргә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта, ир менән ҡатындың берлектәге аҡсаһы иҫәбенә һатып алынған торлаҡ өлөшө берлектәге милектә ҡалырға тейеш. Юғиһә, никах осоронда йыйған мөлкәтте бүлеү тураһында айырым килешеү һәм нотариаль таныҡлыҡ талап ителә.
Хәүефһеҙлек маҡсатында күсемһеҙ милектең тәүҙән үк әсәлек капиталы аҡсаһына һатып алыныуын йә алынмауын нисек белергә?
"Росреестр"ҙың әсәлек капиталы аҡсаһын файҙаланыу шарттарын контролдә тотоу вәкәләттәре юҡ - был һатып алыусыларҙың шәхси бурысы. Бындай мәғлүмәттәр Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелмәй һәм Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан күсермәләр составында бирелмәй.
Әсәлек капиталын файҙаланыу тураһындағы мәғлүмәт Социаль фондта була. Әгәр һатыусы фатирын һатырға ниәтләһә һәм йәшерерлек мәғлүмәттәре булмаһа, ул талап ителгән бөтә документтарҙы күрһәтәсәк һәм килешеүҙә дөрөҫ мәғлүмәттәр сағылдырасаҡ.
Шуға күрә, һатып алыу-һатыу килешеүенә, торлаҡ һатып алғанда әсәлек капиталы аҡсаһы файҙаланылманы, тигән пунктты индереү урынлы булыр. Шул саҡта, һатыусы дөрөҫ мәғлүмәт күрһәтмәһә, ул законһыҙ эш иткән булып сыға һәм бының өсөн яуап тотасаҡ.
“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәренән онлайн-сервис https://vk.cc/cmhu4F йәки 8 (800) 100-34-34 телефоны аша консультация алырға мөмкин
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан