

Өфөләге "Сосны" торлаҡ комплексында билдәһеҙ кешеләр шешлек бешерергә була. Һөҙөмтәлә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында ут сыға.
Йәштәр аптырап тормай, тиҙ генә машиналарына тейәлеп ҡасып китә.
Әгәр шаһиттар янғын һүндереүселәрҙе саҡырмаһа, был хәлдең эҙемтәләре ҡот осҡос булыр ине.
Тәбиғәт тураһында хәстәрлек күрегеҙ һәм махсус билдәләнгән урындарҙа ғына шешлек ҡурығыҙ.