

Дәүләкән районынан күп балалы Ҡорманаевтар ғаиләһендә 11-се бала тыуған. 39 йәшлек Гөлназ үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә шатлығы менән уртаҡлашты.
«Мосолмандарҙың изге Рамаҙан айының тәүге көнөндә 2023 йылдың 23 мартында Ынйы исемле ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Сәләмәт һәм бәхетле бул! Яратҡан иремә һәм ғаиләмә ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт! Мин һеҙҙе яратам!!!» - тип яҙған бәхетле әсә. Ул шулай уҡ Республика перинаталь үҙәге һәм Дәүләкән үҙәк район дауаханаһы табиптарына һәм хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе.
Шуны билдәләп үтәйек: Ынйы ишле ғаиләлә 6-сы ҡыҙ булып донъяға ауаз һалған. «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнгән Гөлназ менән Айнур быға тиклем 5 малай һәм 5 ҡыҙ тәрбиәләгән.
«Бәхет аҡсала ғына түгел, ә ғаиләлә. Минең ғаиләм - ул минең күп балалы бәхетем. Һуңғы ваҡытта минән йыш ҡына һорағайнылар - ә 11-сене табырһыңмы? Алла бирһә, бала табырмын һәм был ирем менән һайлауыбыҙ ғына булыр тинем. Ә ниңә юҡ?! Ун балабыҙҙың барыһы ла һау-сәләмәт тыуған, мәктәптә үҙҙәрен яҡшы күрһәтә», - тип яуаплаған Гөлназ «Башинформ» хәбәрсеһенә интервьюһында.