

Өфө ҡалаһында Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә Республика вокал сәнғәте фестивале булып үтте. Унда республиканың ҡала һәм райондарынан йыр ансамблдәре, бәләкәй коллективтар, солистар, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән йырсылар ҡатнашты. Жюри Составына Башҡортостандың билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм сәнғәт оҫталары инде.
Вокал әҫәрҙәрен "Иң яҡшы башҡарыусы" тип Азат Исҡужин танылды һәм 1-се дәрәжә диплом лауреаты исеменә лайыҡ булды.
Сығанаҡ: Йәнтеш мәҙәниәт йорто.